Махсус хәрби операцияға үҙ ирке менән ҡушылыусыларға ярты йыл һайын 200 мең һум түләнәсәк

Махсус хәрби операцияға үҙ ирке менән ҡушылыусыларға ярты йыл һайын 200-әр мең һум. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондар хәрбиҙәренә өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Шулай уҡ йыйылыш барышында йәмәғәт транспорты тәьминәте, эшҡыуарлыҡ, туризм үҫешенә бәйле һорауҙар күтәрелде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Үҙ ирке менән ил һағына баҫып, алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән Башҡортостан хәрбиҙәре ярты йыл һайын 200-әр мең һум өҫтәмә социаль ярҙам аласаҡ. Быға тиклем ирекле батальондарға ҡушылыусыларға ошо күләмдәге сумма тик бер тапҡыр ғына түләнә торғайны. Республика башлығы Радий Хәбиров яңы Указға ҡул ҡуйып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың мөрәжәғәтен үтәне.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан ғалимдары уйлап сығарған микро пилотһыҙ осоусы аппараттар менән тәьмин ителә башлауы ихтимал. Әлегә Өфө фән һәм технологиялар университетында разведка алып барыуға йүнәлтелгән аппарат һынау үтә. Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә юғары уҡыу йортоноң үҫеш мөмкинлектәре лә барланды. 2030 йылға вузда студенттар һанын илле меңгә еткереү планлаштырылған, уларҙың егерме проценты сит ил вәкилдәре буласаҡ. Ғилми-тикшеренеү эштәрен ойоштороу күләме йылына өс миллиард һумға етер тип көтөлә.

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Өфө ҡалаһы эргәһендәге биҫтәләрҙә йәмәғәт транспорты хәрәкәте лә яйға һалынды. Проблемалы һаналған участкаларға пассажир ташыусы яңы компаниялар килде. Автобустар араһындағы интервалдар ҙа уртаса ун биш минутҡа кәметелгән.

Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға ойошторолған эш сәфәренә лә йомғаҡ яһалды. Килешеүҙәрҙең береһенә ярашлы, республика сит илдә етештерелгән етмеш өс трамвай менән тәьмин ителәсәк. Йәмәғәт транспорты юл селтәре реконструкцияһы, яңы участкалар төҙөлөшөнән һуң этаптарға бүлеп яңыртылырға тейеш. Бынан тыш, быйыл яҙ Өфө-Минск йүнәлеше буйынса авиабәйләнеш тә тергеҙелә. Радий Хәбиров яуаплы ведомстволарға туроператорҙар һәм мәктәптәр менән әҙерлек эшен башларға ҡушты.

Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Милли туристик рейтингта 11 урынға сыҡҡан сыҡҡан. Инфраструктура йылдам үҫешә, туристар ағымы ла арта. Радий Хәбиров был күрһәткес буйынса тәүге биш төбәк исемлегендә булыу бурысын ҡуйҙы.

Коллектив көнбайыш баҫымы көслө булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ла артыуы күҙәтелә. Быға, тәү сиратта, республиканан субсидиялар бүленеүе булышлыҡ итте. Уҙған йыл йәш эшҡыуарҙар 63 миллион һумға 133 грант менән тьәмин ителде. Дәүләт ярҙамын халыҡ художество ижадын үҫтереүселәр ҙә алды. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, быйыл һуңғыһы буйынса финанс ярҙам күләме арттырылды.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ