Асҡын районы Ключи ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды. Төҙөлөш "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы башҡарылды. Быға тиклем булған медицина учреждениеһы 60-сы йылдарҙа төҙөлгән. Ул авария хәлендә тип танылған. Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов һөйләй.
Уҙған йылда Башҡортостанда 55 йыйылма-модулле һәм 8 ғәҙәти фельдшер-акушер пункты төҙөлдө. Быйыл 75 медицина учреждениеһын файҙаланыуға тапшырыу көтөлә.





