Башҡортостан Башлығы Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев менән осрашты. Унда республикала «Za самбо» проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, физик культура институтында тренерҙар әҙерләү өсөн урындар бүленә һәм спорт белгестәре өсөн курстар ойошторола. Ауылға ҡайтҡан тренерҙарға программа буйынса 1 миллион һум аҡса түләнә.

Быйылдан «Мәктәпкә самбо» тигән проект башлана. Ул 10 белем биреү ойошмаһында тормошҡа ашырыла. Сергей Елисеев спортты үҫтереү өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе һәм быйыл сентябрҙә самбо буйынса турнир ойошторорға тәҡдим итте. Ярыш спорт календарына индерелде.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ