Былтыр беҙҙең республиканан Донбасҡа 57 автоколонна ебәрелде. Ирекле батальондар яугирҙәре һәм мобилизацияланғандарға 100-ҙән ашыу тәгәрмәсле техника, экскаватор, шулай уҡ квадрокоптер, тепловизор, электр йыһаздары һәм башҡа әйберҙәр тапшырылды. Өфөлә Берҙәм логистика үҙәге ойошторолған. Гуманитар йөк ошо урында туплана. Ай һайын ике колонна юлға сығып тора. Ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм ябай халыҡ хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтә.







