Башҡортостанда йорттарға газ үткәрелә

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә газ үткәреү программаһы тураһында яҙҙы. Уның барышында 1 мең 400 ауылда 30 мең йортҡа торбалар һуҙылған. Иң күп ғаризалар Иглин, Өфө Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ һәм Әбйәлил халҡынан алынған. Газ үткәреүҙә ташлама ла ҡаралған. Аҙ килемле, күп балалы ғаиләләргә, һуғыш ветерандарына 100 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Уҙған йылда бындай льгота менән 2 мең 375 ғаилә файҙаланған.

Фото №1 - Башҡортостанда йорттарға газ үткәрелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ