Башҡортостанда сәнәғәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм үҫтереү стратегияһы әҙерләнде. Ул 2035 йылға тиклем иҫәпләнгән. 19-сы быуаттың 80-се йылдарында Башҡортостанда 30 металлургия заводы эшләгән. Башҡа сәнәғәт объекттары ла бар. Уларҙың һаны 70-кә яҡын. Завод диуарҙары сәнәғәт архитектураһы ҡомартҡыһы булараҡ ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн стратегия булдырылды, тине Премьер-министр Андрей Назаров.




