Ауыл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерҙеләр. Эшлекле йыйында коммерция булмаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү, уларҙы электр, һыу менән тәьмин итеү, юл һалыу, сүп-сар сығарыу мәсьәләһе ҡарала. Майҙансыҡтарҙа белгестәр консультация бирәсәк, тип хәбәр итә ойоштороусылар. “Һуңғы йылдарҙа баҡсасылар арта. Оло йәштәге кешеләр генә түгел, йәштәр ҙә баҡса ҡарай, йәшелсә-емеш үҫтерә. Ғаиләһе өсөн запас әҙерләй”, - ти Өфө лимонарийы етәксеһе, танылған селекционер Фәриҙә Садыҡова. Баҡсасылар күбәйеүе яҡшы күренеш. Кешеләр ер ҡәҙерен белергә өйрәнә, экологик яҡтан таҙа продукция ала, тип иҫәпләй ул.
Баҡсасылар форумы 17-18 февралдә була. Ул Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында ойошторола. Былтырғы йыйын 15 апрелдә үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республикала баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү өсөн 116 миллион һум аҡса йүнәлтелде.







