Ауырғазы районының Яңы Тимешкә ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы

Ауырғазы районының Яңы Тимешкә ауылында «Сәләмәтлек» милли проектының беренсел звеноһын яңыртыу программаһы ярҙамында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Уны асыу тантанаһы 30 декабрҙә уҙған. Ауыл халҡына Яңы йыл бүләге менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.

Ғүмер буйы ауылда йәшәгән Фәриҙә Йәләлетдинова тән ауырлығын күҙәтеп торорға күнекмәгән. Әммә был юлы фельдшер уның ҡан баҫымын ғына үлсәп ҡалманы. Яңы медицина техникаһы өлкәндәргә диспансер тикшереүҙең беренсе этабын үтергә ярҙам итә.

Гөлнара Ғәниева дүрт бала әсәһе. Хәҙер район үҙәгенә йөрөйһө түгел. Бында яңы тыуған сабыйҙарҙан алып һәр кемде ҡабул итеү өсөн шарттар бар.

ФАП заманса стандарттар буйынса йыһазландырылған. Фельдшер кабинетынан тыш, табипҡа күренеү, процедуралар бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөү урыны, санузел, хеҙмәткәрҙәр, медикаменттар һәм йыйыштырыу инвентарын һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Ике һыуытҡыс, инструменттарҙы стерилләштереү өсөн махсус шкаф, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дарыуҙар. Дифрюбулятор, носилка, кислород баллоны.

Был һөнәрҙә Рима Нуретдин ҡыҙы 35 йылдан ашыу. Ауылдағы һәр пациентты, уның сирҙәрен яҡшы белә, ә күп кенә яңы медицина техникаһы уның ҡулында тәүге тапҡыр.

Быйыл Яңы Төрөмбәт ауылында ла ошондай уҡ модулле фап файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Районда бөтәһе биш медицина пунктына ихтыяж бар.

Ауырғазы районында 31 мең кешене хеҙмәтләндергән 41 фап бар. Уныһы яңы - уларҙың бишеһе капиталь, ҡалғаны модулле. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән тулыланған, тип әйтергә була.

Роберт Иштуҡов, Талбазы үҙәк район дауаханаһы баш табибы

ФАП ярты йыл эсендә ҡоролған. Уның эргә-тирәһен тәртипкә килтереү, кәртәләү , һыу скважинаһы һәм канализация һалыу урындағы аграр хужалыҡ һәм бағыусылар ярҙамында эшләнгән. Иң мөһиме ауыл халҡы үҙе лә төҙөлөштә әүҙем ҡатнашҡан.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ