Республикала яңы йылдан бала табыу йорттарында һәр сабыйға неонаталь скрининг үткәрелә

Сәләмәт киләсәк һағында. Республикала яңы йылдан бала табыу йорттарында һәр сабыйға неонаталь скрининг үткәрелә. Быға тиклем анализдар нәҫелдән күскән 5 ауырыуҙы асыҡлаһа, бөгөн лаборатория мөмкинлектәре киңәйгән. Республика медик-генетика үҙәге беренсе көндә үк 36 генетик ауырыуҙы асыҡлай. Федераль үҙәк күрше төбәктәрҙән дә анализдар ҡабул итә. Тулыраҡ, БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.

Сабыйҙың тыуыуына тәүлек тә үтмәгән, тап ошо мәлдә һәр балаға неонаталь скрининг үкәреү шарт. Анализ баланың табанынан алына. Махсус ҡағыҙҙа ҡан тамсыһынан 8 эҙ ҡалдырырға кәрәк. Әсәй кеше сабыйын йәлләһә лә, процедураға ҡаршы түгел, сөнки анализ күп ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итә.

Был анализдар тураһында күп уҡыным, шуға күрә неонаталь скрининг үтергә ҡуш ҡуллап риза булдым. Балала ниндәй ҙә булһа ауырыу булған осраҡта уны алдан белергә, кәрәкле сара күрергә була. Ҙур ҡыҙыма 11 йәш, ул ваҡытта бында анализдар юҡ ине.

Ленара Федюкович

Киңәйтелгән анализдар эшләү өсөн һәр әсәнән рөхсәт талап ителә, баш тартыусылар һирәк ти белгестәр. Республика перинаталь үҙәгендә йөклө ҡатындар был процедура менән таныш, улар менән аңлатыу эштәре алып барыла. Баланың анализдары шик тыуҙырһа, уны ҡабаттан эшләү мөмкинлеге бар.

Неонаталь скрининг бик һирәк осрай торған ауырыуҙарҙы асыҡлай ала, мәҫәлән, 10 мең кешегә бер тапҡыр осрай торған сирҙәрҙе алдан белергә генә түгел, уны баланы тыуғас та дауалап, 2-3 йәшенән һуң инвалидлыҡтан ҡотҡарырға ярҙам итә.

Рәмилә Богданова, Республика перинаталь үҙәге баш табибының педиатрия буйынса урынбаҫары

Республика медик-генетика үҙәгендә нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙы асыҡлау , молекуляр диагностика өсөн яңы ҡорамалдар алынған, бының өсөн федераль ҡаҙнанан 165 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Быға тиклем генетик сир булыуына шик тыуҙырған балаларҙан ғына анализдар алынһа, быйылдан республикала тыуған бөтә сабыйҙар тикшереү үтәсәк. Йылына 135 мең сабый, шул иҫәптән күрше төбәктәрҙә тыуған балалар генетик сирҙәрҙе асыҡлау мөмкинлегенә эйә.

Рәсәйҙең 11 үҙәгендә ошондай генетик лабораториялар эшләй, шул иҫәптән Өфөлә. Быйыл 7 меңдән ашыу яңы тыуған баланың анализдары тикшерелгән. СМА -арҡа мускулдары атрофияһы, беренсел иммунодефицит кеүек диагноздарҙы алдан асыҡлау, дауалау сабыйҙарға тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеге бирә.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ