28 йәшлек Азат Сәфәрғәлиев алдағы 4 ярым йылды колония-ҡаласыҡта үткәрәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул идара иткән «Форд Транзит» микроавтобусының «Камаз»ға бәрелеүе һөҙөмтәһендә 6 кеше вафат булғайны. Суд ултырышын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күҙәтте.
Был мөләйем ҡарашлы күҙҙәр хәҙер тик фотоһүрәттән генә ҡарай. Фажиғә көнөндә Дмитрий микроавтобуста яңы урынлашҡан эшенә юлланған була. Тик фажиғә йәш егеттең булған маҡсатын селпәрәмә килтерә. 6 ғинуарҙа уға 21 йәш тулырға тейеш булған. Ә был ир үлемесле аварияла тормош иптәшен юғалта. Әсәһе менән бергә микроавтобуста китеп барған ҡыҙы иҫән ҡала. Фажиғәлә 6 кеше вафат була, 1 кеше ауыр тән йәрәхәттәре ала.
Суд барышында ғәйепләнеүе үҙен тыныс тотто. Һуңғы һүҙендә зыян күреүселәрҙәр ғәфү үтенеп, үкенеүен белдерҙе. Ғәйебен таныны. Ғәйепләнеүсе зыян күреүселәрҙең һәр береһенә 50-шәр мең һум аҡса күсергән.
Тикшереү барышында ғәйепләнеүсегә ҡарата 50-нән ашыу административ протокол төҙөлөүе асыҡлана. Сәфәрғәлиев йыш ҡына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған. Фажиғә көнөндә лә трассалағы рөхсәт ителгән тиҙлектән шәберәк хәрәкәт иткән булған. Бынан тыш, транспортта бер нисә пассажирҙың баҫып барыуы билдәле.
Суд ҡарары буйынса Азат Сәфәрғәлиев 4 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм ителде. Бынан тыш, уға 3 йыл дауамында транспорт менән идара итеү тыйыла. Хөкөм ҡарары 15 көн эсендә үҙ көсөнә инәсәк. Ошо ваҡытҡа хөкөм ителеүсе өйҙә һаҡ аҫтына ҡалдырыла.
Зыян күреүселәр иһә суд ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдерә, аппеляцияға бирергә теләй. Тик үкенескә, бер ниндәй ялыу ҙа, компенсация кеше ғүмерен кире ҡайтара алмаясаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина






