Бизнес вәкилдәре, юғары уҡыу йорто менән берлектә ошо йүнәлештә һөнәрселәр уҡытып сығарыу өсөн кафедра асыу хаҡында килешеү төҙөнө. Өфө дәүләт нефть техник университетында үткән эшлекле форум хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Был аудиторияға йыйылған йәштәр «Архитектура» кафедраһы профессоры Юлия Рәсүлева етәкселегендә эшләй. Төҙөлөш материалдары һәм технологиялар буйынса форумға төркөмдәргә бүленеп үҙенсәлекле проект әҙерләй. Уҡыу йорто алдында төҙөләсәк сквер идеяһына йәштәр үҙ тәҡдимдәрен һыҙмаларҙа сағылдырып яҡлай.
Буласаҡ архитектор Адель Яппарова ҡала мөхитендә тимер-бетон конструкцияларҙы йәйәүлеләр һәм транспорт өсөн отошло алымдар ярҙамында тормошҡа ашырыу тәҡдиме менән сығыш яһай. Ә беренсе курс студенты Ғәлиә Ғабдрафиҡованың төркөмә тимер-бетон конструкцияларҙың тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәү шартын иҫәпкә алып проект төҙөгән.
Техник юғары уҡыу йортоноң архитектура һәм төҙөлөш факультетында республика кимәлендәге эшлекле форум икенсе тапҡыр үткәрелде. Форум сиктәрендә фән учреждениеһы, бизнес һәм власть араһында хеҙмәттәшлек итеү юлдары барланды. Төҙөлөш материалдарын етештереү һәм ҡулланыуҙа технологияларҙы камиллаштырыу, дәүләт ярҙамы мәсьәләләре ҡаралды, махсус проекттар буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. «Полиплас»компанияһы һәм Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән корпоратив уҡыу төркөмө булдырыу хаҡында ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Бынан тыш, айырым тырышлыҡ һәм креатив идеялар тәҡдим иткән йәштәрҙе стипендия һәм грант ярҙамында матди дәртләндереү программаһы ла киң тормошҡа ашырыласаҡ.
Эшлекле форумда архитектура һәм төҙөлөш йүнәлешен һайлаған йәштәр алты төркөмгә бүленеп, үҙ концепцияһын яҡланы. «Полиплас» ойошмаһы менән берлектә кафедра асыу эшлекле йәштәргә ижад һәм эҙләнеүҙәргә киң мөмкинлектәр асыр тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова






