Урындағы халыҡ изге эшкә дәррәү тотонған. Улар араһында эшҡыуарҙар, фермерҙар ҙа күп. Әйтәйек, яңыраҡ Аҡъяр ауылынан Зәйнәғәле Рәхмәтуллин 300 килограмм йылҡы ите биргән. Мәғариф учреждениелары ашнаҡсылары уны быҡтырып, банкаларға тултырған. Йәмғеһе 150 банка быҡтырылған ит әҙерләнгән. Тиҙҙән ул махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелә.






