Туристик состав Өфөнән Яңы Абҙаҡ станцияһына тиклем хәрәкәт итә. Алдағы ялдарҙа уның маршруты оҙайтыла. Пассажирҙар Әбйәлил районы Ташбулат станцияһында төшөп «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәгенә тиклем бара ала. Туристар өсөн тәғәйен урынға түләүһеҙ трансфер ойошторола. «Урал легендаһы» поезы Өфөнән иртәнге сәғәт етелә ҡуҙғала. Билеттарҙы мобиль ҡушымта аша алырға мөмкин.






