Иҫке Сибай ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә башланы

Изге эштә ололар ҙа, уҡыусы балалар ҙа ҡатнаша. Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә башҡарыла.

Аҙна дауамында Иҫке Сибай ауылы халҡы урындағы клубта маскировкалау селтәрен үреү өсөн йыйыла. Һәр кем бында үҙ өлөшөн индереүҙе бурысы итеп һанай. Минзәлә Усманованың улы уҙған йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Әсә кеше был сара тураһында ишетеү менән кәрәкле туҡымалар алып килә,йөрәк йылыһы ҡушып үрелгән селтәрҙең егеттәрҙе һаҡлап ҡалырына ышана ул.

Эште башҡарыу өсөн 20 , 15 метрлыҡ балыҡ тотоу өсөн селтәрҙәр һатып алынды. Һәр кем өйөндә булған, көрән, йәшел төҫөндәге туҡымалар алып килә.Мәктәп иһә ярҙам йөҙөнән 10 метрлыҡ волейбол сеткаһына аҡ туҡыманан эшләй. Ғөмүмән әйткәндә Иҫке Сибай ауылының барлыҡ хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары изге эшкә әүҙем ҡушылды.

Икенсе йыл рәттән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы Иҫке Сибайҙар берҙәмлектә көс икәнен яҡшы белә. 17 егетен һуғыш яланына оҙатҡан ауылдаштар бер гуманитар ярҙамдан да ситтә ҡалмай. Ошо арала ебәреләсәк ылауға улар маскировка селтәрҙәренән башҡа, һалдаттарға көнкүреш әйберҙәрен дә оҙатасаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ