Республика Хөкүмәтендә коммуналь инфраструктураны тәртипкә килтереү мәсьәләһе ҡаралды. Инженер селтәрҙәрен яңыртыу буйынса 5 йыллыҡ программа ҡабул ителә. Бының өсөн яҡынса 6 миллиард һум бүленә. Республикала ике йылда ныҡ иҫкергән һыу һәм йылытыу торбаларын алмаштырыу ҡарала.




