Былтыр республика ҡаҙнаһы 280 миллиард һумға тулыланған. Ҡатмарлы иҡтисади шарттар һәм санкцияларға ҡарамаҫтан, бюджетҡа күберәк аҡса индерелгән. Федераль үҙәктән 97 миллиард һум йәлеп ителгән. Төбәк ҡаҙнаһы сығымы 295 миллиард һум булған. 2022 йылда бөтә социаль бурыстар үтәлгән, тип белдерәләр Финанс министрлығынан.




