Башҡортостанда фәҡирлеккә юл ҡуймау саралары күрелә

Хөкүмәттә 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән план әҙерләнде. Уға ярашлы, йәшәү минимумынан аҙыраҡ килем алыусылар һанын ике тапҡыр кәметеү маҡсаты ҡуйыла. Социаль-иҡтисади үҫеш фараздары буйынса быйыл уртаса эш хаҡы  50 мең һумға етергә  тейеш. 2025 йылда 59 меңгә тиклем күтәреү планлаштырыла. Уҙған йылда республикала уртаса эш хаҡы 15,8 процентҡа артҡан, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Фото №1 - Башҡортостанда фәҡирлеккә юл ҡуймау саралары күрелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ