Бөгөн Республика хөкүмәтендә "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһен ойоштороусылар һәм журналистар тәбрикләнде. Ул Өфөлә уҙған йылдың ноябрендә уҙғарылды. Күргәҙмәлә илдең 50-нән ашыу предприятиеһының инновацион продукцияһы тәҡдим ителде. Бөгөн вице-премьер-Финанс министры Лира Иғтисамова күргәҙмәлә эшләгән журналистарға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәттәшебеҙ Нурзилә Усманова бар.







