Был һандар тәү ҡарашҡа ҙур түгел кеүек, әммә һәр ғүмер өсөн ҡотҡарыусылар ҙур эш башҡара. Ҡайһы саҡта хатта, үҙ ғүмерен дә хәүеф аҫтына ҡуя. Бөгөн кеше именлеге һағында тороусылар үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Улар тураһында ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажы.
Һыуҙан да ҡурҡмай, һыуыҡтан да. Йөҙ метр тәрәнлеккә төшөп күл төбөн тикшерә ала. Кәрәк саҡта үҙе менән ун килограмдан ашыу йөк тә күтәрә. Ҡотҡарыусыларҙы хәҙер һауала ғына түгел, һыуҙа ла дрондар алмаштыра. Йөҙөүсе робот бигерәк тә һыу инеү миҙгеле, ташҡын ваҡытында ҙур ярҙамсы.
Технологиялар нисек кенә үҫешмәһен тере йәнде алмаштыра алмай. Ҡотҡарыу эшендә тойомлау, һиҙгерлек, фекерләү кеүек һәләттәр ҙә мөһим. Был йәһәттән ҡотҡарыусыларға эттәр генә ярҙамсы була ала. Торин ҡушаматлы эт тотош Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына берәү генә. Юғалған кешеләрҙе, туристарҙы эҙләүҙә уның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ, ти ҡотҡарыусылар.
Ҡотҡарыусыларҙың төрлө сетерекле мәлдәр өсөн дә үҙ ҡоралы бар. Әммә уларҙың эшһеҙ ятыуы күпкә мөһимерәк. Шуға күрә күҙәтеү, иҫкәртеү, профилактика - төп ҡорал һанала.
Техник мөмкинлектәрҙең камиллашыуы, тармаҡ инфраструктураһының яҡшырыуы, ҡотҡарыусыларҙың фиҙаҡәрлеге үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Былтыр ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үлем осраҡтарын кәметеүгә өлгәшелгән.
Киләһе йылға бурыстар тағы ла юғарыраҡ. Мәҫәлән, шул уҡ вертолет әле үк яҙғы ташҡынға әҙерләнә. Быйыл Башҡортостан йылғаларында боҙ тығындары тәүлек әйләнәһенә һауанан күҙәтеләсәк.
Айнур Кәбиров






