Бөгөн «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумын ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы

«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе быйыл 19 октябрҙән 21 тиклем «Торатау» конгресс-холында үтә. Бөгөн күләмле форумды ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова бер ай эсендә сараның планын әҙерләргә ҡушты. Ул халыҡ-ара ҡатнашлыҡ менән уҙғарылыуы ихтимал. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға файҙалы булырға тейешле йыйында түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар, күргәҙмәләр ойошторола. Ҡатнашыусыларға баш ҡала буйлап экскурсия уҙғарыу күҙаллана.

Былтыр уҙған форум байтаҡ эштәргә этәргес булды. Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса «Реабилитация индустрияһы, протез- ортопедия етештереү, документтар әҙерләүҙә бер тәҙрә формаһы менән хеҙмәт күрһәтеү һәм башҡалар. Быйыл иһә форумдың даирәһе тағы ла киңәйәсәк.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Былтыр ноябрҙә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» Бөтә Рәсәй форум- күргәҙмәһе тәүге тапҡыр уҙҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән ул йыл һайын үтәсәк. Республика Хөкүмәт йортонда сараны яҡтыртыуҙа ҡатнашҡан ведомство вәкилдәре һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде .Беҙҙең телеканалдан «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрселәре, операторҙары һәм инженерҙарына Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ