Ул Белорет ҡалаһында бешерелә. Бөгөндән таратыу пункттарында һөт ҡатнашмалары һәм ризыҡтары менән бергә, печенье ла алырға мөмкин. Проект өҫтөндә эш бер йыл самаһы алып барыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тәмлекәстәрҙе кондитерҙар күңелен генә түгел, йөрәк йылыһын һалып бешерергә тырыша. Шуға ла печеньеның составында тик тәбиғи продуктар ғына өҫтөнлөк итә. Ҡамыр йомортҡаның һарыһына, ондың юғары сортлыһына ғына баҫыла. Ондо ла кондитерҙар ҡабатлап иләнгәнен генә тотона. Печенье йомшағыраҡ та, татлыраҡ та була.
Проект өҫтөндә эш йыл самаһы алып барыла. Ошо ваҡыт эсендә төрлө яҡлап тикшереүҙәр үткәрелә. Уның бешереү ысулы, сабыйҙарға яраҡлылығы һынала. Һөҙөмтәлә эш дәүләт тарафынан хуплау таба.
Эш процессына 20 минут самаһы ваҡыт китә. Ошо ваҡытта 35 килограмдан ашыу продукция алына. Печеньелар һыуынғас та тура ҡаптарға тултырылмай. Файҙалы микроэлементтар ризыҡҡа бер тәүлек эсендә һеңә.
Азат Ғәлиуллин






