Ленинград ҡамауын өҙөүгә 79 йыл тула

Тарихи дата айҡанлы бөгөн Өфөнөң 21-се лицейында «Беҙ һинең менән, Лениград» тип исемләнгән телекүпер ойошторолдо. Сара Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты тарафынан ойошторолған.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем, Ленинград ҡалаһы фашистар ҡамауында ҡала. Төньяҡ баш ҡала халҡы 900 көн дауамында аслыҡта, һыуыҡта, ауыр шарттарҙа йәшәп, һынау кисерә. 1944 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Нева буйындағы ҡаланы фашистар блокадаһынан азат итә. Шуға ла был дата Рәсәйҙә Хәрби Дан көнө тип иғлан ителгән. Өфөнөң 21-се лицейы педагогтары әйтеүенсә, йәш быуын тарихты белеп үҫергә тейеш. Балалар менән осрашыуға Ленинград ҡамауында булған яҡташыбыҙ Мария Кафтунова саҡырылған. Санкт-Петербург, Рязань ҡалаларында йәшәгән ҡамауҙа ҡалыусылар менән телекүпер ойошторолдо.

Уҡыусылар менән осрашыуға саҡырылған Мария Кофтунова Өфөлә йәшәй, Лениградта тыуған. Ҡала ҡалмауға алынғанда уға ни бары өс йәш була. Мария Антоновнаның атаһы фронта юллана, әсәһе 4 бала менән яңғыҙ ҡала. Бәләкәй булһам да өйҙө йылытабыҙ тип бар йыһазды утҡа яҡҡанды, асығып илағанды хәтерләйем, ти ул. Ҡамау өҙөлгәндән һуң улар Ырымбур өлкәһенә туғандары янынан эвакуациялана. Әммә ул яҙмышына үпкәләмәй. Өфө егетенә кейәүгә сығып, балалар үҫтереп, бәхетле ғүмер кисерә.

Ленинград ҡамауы ҡурҡыныс төш һымаҡ. Бәләкәй генә булһаҡ та ул ваҡыт ғүмергә хәтергә уйылып ҡалды. Мин әлегә тиклем көслө тауыштан, йәшендән ҡурҡам. Улар миңә һуғыш мәлендәге шартлауҙы иҫкә төшөрә. Йылдар үтһә лә онотолмай, һаман һиҫкәнәм, һаман йәшенәм.

Мария Кофтунова, Ленинград ҡамауы шаһиты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ