Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының хореография коллективы тамашасылар хөкөмөнә «Тормош ағасы» башҡорт бейеүен тәҡдим итте. Еңеү өсөн 200-ҙән ашыу ансамбль көс һынашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Щелкунчик милли телевизон премияһы сәхнәһендә милли колоритлы бейеү. Йөҙҙәрсә сағыу сығыш араһында «Кружева» ансамбленең «Тормош Ағасы» башҡорт бейеүе жюриҙың юғары баһаһына лайыҡ булды. Башҡорт дәүләт педагогия университеты коллективы конкурстан Гран-при менән ҡайтты.
Ҡайтыу менән бейеүселәр йәнә репетицияларға йыйылды. Оҫталыҡ, һығылмалыҡ даими рәүештә шөғөлләнгәндә генә шымара.
Ансамбль ойошторолғандан ансамбль Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында еңеү яулап өлгөргән, Европа һәм Азия фестивалдәрендә сығыш яһаған. Репертуарҙа Рәсәй һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре. Ижади төркөм етәксеһе Ольга Андреева ҡуйған башҡорт бейеүе иһә уларға тағы еңеү килтерҙе.
Әйткәндәй, конкурста «Кружева» ҡытай бейеүен дә күрһәтте. Унда иң ҡатмарлы элемент булып пион сәскәһен синхрон һелтәү тора.
Алда тағы ла бер маҡсат - ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара хореография академияһы ойошторған Сочиҙағы йәйге йыйындарҙа ҡатнашыу.
Рәмилә Исмәғилева



