Байрам 1755 йылда Мәскәү университеты ойошторолоуға бәйле. Һәр йылдағыса был көндә юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар өсөн мәҙәни-спорт программалары ойошторола. «Студенттарҙың уңыш формулаһы» һәм «Ҡышҡы һабантуй»ҙан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
«Студенттар формулаһы» балҡышы. Башҡортостандың йәш инженерҙары ҡорған болид юғары тиҙлек менән Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ла призлы урындар яулай. Өфө фән һәм технологиялар университетында ойошторолған байрамда һәр институт һәм факультеттың уңышлы башланғыстары менән танышырға мөмкин ине, шулай уҡ сараның төп ҡунаҡтары - студенттар өсөн төрлө интерактив майҙансыҡтар эшләне.
Йәштәр уҡыуҙа ғына түгел, төрлө спорт ярыштары, конкурстарҙа ла һынатмай. Юғары уҡыу йорто тарафынан етеҙҙәр һәм аҡыллылар өсөн махсус бүләктәр әҙерләнгәйне.
Ҡышҡыһын санаһыҙ булмай, шуға күрә студенттарҙың йыйылма командаларына уны йыйыу бурысы ҡуйылды. Фантазияға сик юҡ, уны биҙәүҙә берәүҙәр тимер, ҡатырға, икенселәр пластик материалдар ҡулланылған. Студенттар көнөндә йәштәр айырыуса берҙәм һәм үҙ-ара дуҫ булыуын күрһәтте.
Байрамды үҙешмәкәр коллективтарҙың сығыштары - йыр-бейеүҙәр биҙәне. Шулай уҡ республиканың иң ҙур юғары уҡыу йортонда белем алыусыларға Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин да ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары иһә байрамды һырғалаҡта ҡаршы алды. Биләмәлә «Ҡышҡы һабантуй» ойошторолдо. Быйма ташлау, арҡан тартышыу - йәштәр өсөн ике сәғәтлек күңел асыу программаһы әҙерләнде.
Ярыштар бик ҡыҙыу барҙы. Егет-ҡыҙҙар сират тороп, уларҙың һәр береһендә ҡатнашып өлгөрөргә тырышты. Конькиҙа етеҙ шыуған студенттар сәкән дә һуҡты, викторина һорауҙарына ла яуап бирҙе. Майҙанда уларға йылы сәй, әрме бутҡаһы тәҡдим ителде.
Сәләмәт тормошто пропагандалаусы саранан аспиранттар, педагогик коллектив та ситтә ҡалманы. Әйткәндәй, университетта «Ҡышҡы һабантуй» беренсегә ойошторолдо.
Байрам аҙағында йәштәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләп, боҙ өҫтөндә Z хәрефе формаһында теҙелеп баҫты. Ә баш ҡала күгендә салют балҡыны. Йәшлек иленең студент сәләме булып...
Гөлназ Хәйбуллина






