Был турала Милләт сәләмәтлеге лигаһының республика бүлексәһенән хәбәр итәләр. Проект 21 февралдә старт ала. Тәүҙә был маршрутҡа Өфөнөң 7-се-8-се класс уҡыусылары сыға. Улар Милли музейҙа Шайморатов музейында йыйыла. Артабан, Совет Майҙаны, Зәки Вәлиди урамынан үтеп Салауат Юлаев һәйкәленә тиклем килә. Йәйәүле сәфәр барышында уҡыусыларға һәйкәлдәр тураһында һөйләйҙәр.







