Бөгөн Ғабдрахман Ҡадыровтың тыуыуына 82 йыл

Ул боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса тәүге Европа һәм донъя чемпионы, Советтар Союзындағы берҙән-бер алты тапҡыр донъя чемпионы.  Уның ҡаҙаныштары һәм еңеүҙәре тураһында Бөтә Союз радиоһы һәм Үҙәк телевидение хәбәр итә, үҙәк газеталар яҙа. Ғабдрахман Ҡадыров мотоспортты Башҡортостандың бренды булараҡ бөтә Советтар Союзына таныта. “Ғабдрахман Ҡадыровтың исеме халыҡ күңелендә йәшәй. Хәтер өсөн рәхмәт”, - ти спортсының ҡатыны, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадырова.

Бөгөн Ғабдрахман Ҡадыровтың тыуыуына 82 йыл

Ғабдрахман Ҡадыров 1993 йылдың 31 июлендә 52 йәшендә вафат була. Ул Өфөлә Мосолман зыяратында ерләнгән. Спортсы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Баш ҡалалағы урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә.

Фото №1 - Бөгөн Ғабдрахман Ҡадыровтың тыуыуына 82 йыл
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ