Асҡын районының Ҡашҡа ауылы «Айыҡ ауыл-2023» республика конкурсында ҡатнаша

700 яҡын халыҡ йәшәгән ауыл кешеләре халыҡ кәсебен үҫтерә, хәрбиҙәргә ярҙам ҡулы һуҙа, спорт уйындарында ҡатнаша. Сәләмәт киләсәккә юл ярыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

Рауил Имаев Ҡашҡа ауылында берҙән-бер быйма баҫыу оҫтаһы. Физик көс талап итеүсе хеҙмәте менән яҡташтарына быймаларҙың төрлө ҙурлыҡтағыһын баҫып бирә. Һарыҡ йөнө ҡулланылған быйма һаулыҡ өсөн дә файҙалы, ти үҙенсәлекле халыҡ кәсебе менән шөғөлләнеүсе.

Ҡашҡала ағас эшкәртеү оҫталары семәрләп биҙәлгән һандыҡтар эшләһә, ауыл ағинәйҙәре һәм ҡыҙ-ҡырҡын ҡул эштәренә оҫта. Һәр ҡыҙ бала үҙенә бирнәгә ерле нағыштарҙы ҡушып ҡулъяулыҡ, таҫтамалдар, яҫтыҡ тыштары сигә.

Ағинәйҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр хаҡында айырым хәстәрлек күрә. Кис ултырмаға йөрөпй ылы ойоҡбаштар, бейәләй, шарфтар бәйләй, эстәклекле хаттар яҙып хәрбиҙәрҙең рухын күтәрә.

Ҡашҡа ауылына 1640 йылда нигеҙ һалынған. Крайҙы өйрәнеүселәр, ата-бабалары быыундарын барлаусылар ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһына, йәмәғәт ойошмалары ла әүҙем эшләй. Улар тырышлығы менән ауылда айыҡ тормош юлын һайлаусылар ишәйә.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Ҡашҡа ауылында даими спорт саралары ойошторола. Халыҡ тап ошо ерлектә таралған спорт уйындарын пропагандалай. Ҡашҡала әүҙем спорт уйындары, бәйгеләр ауыл тренеры, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Илшат Ғәлләмов етәкселегендә үтә.

Ҡашҡала йәшәгән олоһо-кесеһе үҙҙәренең булмышы, тормошҡа айыҡ ҡарашы, спортта әүҙемлеге менән тотош республикаға өлгө күрһәтә.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ