Хаҡлы ялда яратҡан шөғөлгә. Ишембай районынан Мөжәүир Ғарифуллиндың ҡулында ябай ғына ағас ысын ижад өлгөһөнә әйләнә. Күҙ яуын алырлыҡ йыһаздар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары эшләүсе оҫта менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
Банкта һаҡ хеҙмәте етәксеһе булып эшләгән отставкалағы подполковник Мөжәүир Ғарифуллин буш ваҡытын оҫтаханаһында уҙғара. Ағастан юнып, йышып, семәрләп шкатулка, йорт йыһаздары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары эшләй. Был шөғөлдө ул бала сағынан үҙ иткән.
Әммә йәш сағында ағас эше менән оҙаҡ шөғөлләнмәй. Мебель фабрикаһынан китеп, хоҡуҡ һаҡлау органдары сафын тулыландыра. Оҙаҡ йылдар юғары вазифалар биләй. Яуаплы хеҙмәт урыны булғас, ҡулына балта, бысҡы алырға ла ваҡыты ҡалмай. Хаҡлы ялға сыҡҡас яратҡан шөғөлөнә яңынан тотона. Үҙ ҡулдары менән сынъяһау итеп йорт төҙөп сыға. Станоктар һатып алып, өйҙө тыштан да, эске яҡтан да биҙәкләй.
«Ике уңған йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә» тиҙәр. Мөжәүир Ғарифуллиндың ағас эшендә төп ярҙамсыһы - ҡатыны. Һәр идеяны ҡеүәтләүсе лә, яңы проекттарға дәртләндереүсе лә ул. Әйткәндәй, ғаилә дин юлында.
Яратҡан шөғөлдө кәсепкә әйләндереп, килем алыусылар ҙа бар. Мөжәүир Ғарифуллин иһә үҙе яһаған әйберҙәргә ҡарап һөйөнөп, уларға күңел йылыһын һалыуҙы хуп күрә. Шулай уҡ уҙаман балыҡҡа йөрөргә, һунар итергә ярата. Өйөндә бильярд залы ла ҡорған. Шул уҡ ваҡытта спорт менән дә дуҫ. Ҡыш һыуыҡ һыу менән ҡойона, һәр ваҡыт хәрәкәттә.
Гөлназ Хәйбуллина






