2022 йылдың 24 февраленән Украина һәм Донбас биләмәһендә махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы хәрби хәрәкәттәр ветерандары категорияһы иҫәбенә индереү тәҡдим ителә. Ҡоролтай депутаттары был туралағы законға үҙгәреш индереүҙе бөгөн быйылғы тәүге парламент ултырышында ҡараны. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр милке тураһында ваҡытлыса отчет биреүҙән азат ителергә тейеш. Пленар ултырышта ҡаралған ошо һәм башҡа закон проекттары тураһында БЮТ хәбәрәсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән репортажда.
Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам өсөн бер миллиард ярым һум аҡса йүнәлтелә.
Хөкүмәт сәғәтендә ошо турала доклад менән менән Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары- финанс министры Лира Иғтисамова сығыш яһаны. Ғаиләләр транспорт һалымынан, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн түләүҙән азат ителә. Социаль яҡлау буйынса иң күп сарлар мәғариф өлкәһенә тура килә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мәктәп йәшендәге һәм студент балалары йәмәғәт транспортында түләмәй йөрөй. Бер меңдән ашыу уҡыусы өсөн түңәрәктәр бушлай ойошторола, 50-нән ашыу үҫмергә урта махсус белем алыу өсөн сертификат тапшырылған.
Дәүләт Думаһына «Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында»ғы Федеараль закон проектына үҙгәреш индереү тәҡдиме бар. Ул дәүләт хеҙмәтендә эшләгән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе килем һәм сығымы, милке, тормош иптәше һәм балалары тураһында отчет бирергә тейешлеге тураһында. Ҡанунға үҙгәреш индерелһә, был турала документты улар махсус хәрби операция тамамланғас тапшыра аласаҡ.
Парламентарийҙар «Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Законға төҙәтмә ҡараны. 1998 йылдың майына тиклем төҙөлгән шәхси йорто урынлашҡан ер биләмәһен, әгәр ҙә ул муниципаль һәм дәүләт милкендә булһа, граждандар бушлай үҙ исеменә теркәй аласаҡ. Уға яршалы, 2031 йылдың мартына тиклем бындай мөмкинлек менән файҙаланып ҡалырға була.
Тәүге уҡыуға тәҡдим ителгән тағы бер ҡанун проектына килгәндә, күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә «Дөйөм милеккә капиталь ремонт эшләүҙе ойоштороу тураһындағы» ҡануниәткә үҙгәреш индереү тәҡдиме бар. Ул ҡабул ителһә капиталь ремонт өсөн компенсацияға документ тапшырып йөрөү кәрәкмәйәсәк.
Ҡан һәм уның компоненттарын тапшырыусыларға биш мең һум күләмендә бер тапҡыр аҡса түләнәсәк. Төбәктә 163 донор иҫәпләнә. Был турала закон проекты һуңғы уҡыуҙа ҡаралды.
Депутаттар аттракциондарҙың техник торошона дәүләт үҙ күҙәтеүе, электрон тауыш биреү, халыҡты тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау һәм башҡа закон проекттарын ҡараны. Шулай уҡ Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһында Дәүләт Йыйылышы вәкиле тураһында мәсьәлә тикшерлде.
Рәмилә Исмәғилева






