Тап ошонда легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һәм Донбаста һәләк булған 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары ерләнгән.
Мемориал Красный Луч районының Петровское ҡалаһында урынлашҡан. Ерле халыҡ был тарихи урынды ҡәҙерләп һаҡлай, ҡарап, тәрбиәләп тора. Бында һәр ваҡыт экологик өмәләр уҙғарыла, патриотик саралар ойошторола.
23 февралдә, Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған көндә, мемориалда Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Луганскиҙы һаҡлаған яугирҙар иҫтәлегенә митинг-концерт үткәреү ҡаралған. Данлыҡлы генералдың ғүмере Штеровка ауылы эргәһендәге ҡаты бәрелештәрҙә өҙөлә. Ошо урында Башҡортостан башлығының башланғысы һәм тәҡдиме, ике республика етәкселегенең тырышлығы менән Үлемһеҙлек бейеклеге мемориал комплексы ҡалҡып сыҡҡан. Майҙанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирына бюст ҡуйылған.






