Башҡортостан мәктәптәрендә хәрби-патриотик айлыҡ башланды

Беҙгә илһөйәрлек ҡиммәт! Башҡортостан мәктәптәрендә хәрби-патриотик айлыҡ башланды. Ул Совет ғәскәрҙәренең Сталинград алышындағы еңеүенә 80 йыл тулыуға арналған. Баймаҡ лицей-интернатында айлыҡты асыу тантанаһы хаҡында киләһе сюжетта.

Хәрби ‐ патриотик айлыҡтың юғары кимәлдә үтеүенә Баймаҡ лицей‐ интернаты бик яуаплы ҡарай.Йыл да ул ойошҡанлы үтә. Һәр класс тантанаға хәрби кейемдә,үҙҙәре тектергән пилоткаларҙа,байрамса кейенеп баҫты.Быйылғы уҡыу йылы башында булдырылған Шайморатовсылар ға линейканы асыу хоҡуғы бирелде.

Ватанды һаҡлау һәр гражданиндың бурысы булып тора.Тыуған илгә һөйөү,уға тоғро булыу, һәр саҡ уны һаҡларға әҙер булыу - бала саҡтан һалына. Үҫеп килгән быуында илһөйәрлек,ватансылыҡ рухында тәрбиәләү сараһының береһе булып торған был осор айырыуса егеттәр өсөн ҡыҙыҡлы, сөнки улар үҙҙәренең физик яҡтан әҙерлектәрен тағы ла бер тапҡыр һынап ҡарай.

Ай дауамында барасаҡ хәрби-патриотик айлыҡтың төп маҡсаты ‐тыуған илгә ҡарата һөйөү, тоғролоҡ, өлкән быуындың хеҙмәт һәм хәрби традицияларына ихтирам тәрбиәләү. Лицей уҡыусыларының иленең лайыҡлы алмашсылары булып үҫеүенә шик юҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ