Хәйбулла районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләп Хәйриә концерты ойошторолдо

«Беҙ берҙәм. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Хәйбулла районы мәҙәниәт һарайында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләп Хәйриә концерты ойошторолдо. Сәхнәгә Ырымбур өлкәһенең Орск, Ҡыуандыҡ ҡалалары артистары, үҙешмәкәр коллективтары сыҡты. Мәҙәни сараға Аҡъярҙа йәшәүселәр тотош ғаиләләре менән килде. Илһөйәрлек, Ватанға һөйөү менән һуғарылған сығыштарҙы халыҡ дәррәү алҡыштарға күмде.

Билеттарҙы һатыуҙан килгән 47 мең һум аҡса мобилизацияға эләккән Хәйбулла егеттәренә гуманитар ярҙам булараҡ йүнәлтеләсәк. Әйткәндәй, Хәйриә сараһын ойоштороусы булып Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаған. Концерт программаһын башҡа район-ҡалаларҙа ла уҙғарыу планлаштырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ