Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында беренсе тапҡыр Бөйөк Ватан һуғышы артефакттары күргәҙмәһе асылды. Тактиль күргәҙмә Ленинград блокадаһын өҙөүгө 80 йыл тулыуға арналды.
Сараны ойоштороусы, эҙәрмәндәр отряды командиры Елена Вязовцева һуҡырҙарҙың Ленинград блокадаһының хәл иткес минуттарында ярҙамы менән таныштыра. Ҡамауҙа ҡалған ҡалала тома һуҡырҙар махсус әҙерлек үтә. Тиҫтәнән ашыу кеше һауала моторҙар геүләүен тыңлап, тревога иғлан итеү ваҡытын теүәл әйтеп бирә. Һөҙөмтәлә бик күп кеше ғүмерҙәре һаҡланып ҡала.
Совет ғәскәрҙәре Балтика флоты авиацияһы ярҙамы менән фашистарға ҡаршы ут асып, Ленинград менән ҡоро ер юлын тоташтыра. Ҡамау өҙөлә. Нева ярындағы ҡала иркен тын ала, Ладога күле аша Ленинградҡа аҙыҡ-түлек тейәгән коллоналар юллана. Тактиль күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышы артефакттарын тотоп, тойоп ҡарау мөмкинлеге лә булдырылған.



