Бөгөн бөйөк мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадыровҡа 82 йәш тулыр ине. Ул үҙе йәшәгән дәүерҙең иң яҡшы спортсыһы. Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса 6 тапҡыр донъя чемпионы исемен яулай. Ғабдрахман Ҡадыровтың рекордын 37 йыл дауамында бер кем дә ҡабатлай алмай. “Уның еңеүҙәренән һуң беҙҙең республиканы белә башланылар”, - ти спорт ветераны Риф Сәйетгәрәев.
“Ул - легенда. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ”, - ти танылған спортсының улы Артур һәм ейәне Артем Ҡадыровтар.
Ғабдрахман Ҡадыров 1993 йылдың 31 июлендә 52 йәшендә вафат була. Спортсы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Баш ҡалалағы урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә.







