Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ғаиләһенә ярҙам өсөн 1,5 миллиард һум аҡса бүленә

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Финанс министры Лира Иғтисамова  ошо турала белдерҙе. “Иң күп ярҙам саралары мәғариф йүнәлеше буйынса ҡаралған. 2 мең 600-ҙән ашыу ҡыҙ һәм малай балалар баҡсаһына бушлай йөрөй. Мәктәп уҡыусылары һәм колледжда белем алған йәштәр ашау өсөн түләүҙән бушатылған”, - тине ул.

Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ғаиләһенә ярҙам өсөн 1,5 миллиард һум аҡса бүленә

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә 20 мең һум түләнде. Был маҡсаттан республика ҡаҙнаһынан 400 миллион һум аҡса бүленде. Түләүҙәрҙе барыһы ла алды”, - тине Финанс министры. Яугирҙәргә ҡаралған ярҙам саралары менән Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы сайтында танышырға була.

Фото №1 - Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ғаиләһенә ярҙам өсөн 1,5 миллиард һум аҡса бүленә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ