Бөгөн район һәм ҡалаларҙа “Блокада икмәге” Бөтә Рәсәй акцияһы үтә

Ул Ленинград блокадаһын өҙөүгә 79 йыл тулыуға арнала. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Мәңгелек ут мемориалы янында хәтер митингы уҙҙы. Унда ҡатнашыусыларға блокада рецебы буйынса бешерелгән 125 грамм икмәк таратылды. Асҡын районында балалар араһында хоккей матчы ойошторолдо. Нефтекама ҡалаһында балалар һүрәте күргәҙмәһе үтте.

Республика музейҙарында ла Ленинград блокадаһына бағышланған саралар үтә. Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Батырлыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға була. Музей етәксеһе Альбина Ярмуллина һөйләй.

Бөгөн район һәм ҡалаларҙа “Блокада икмәге” Бөтә Рәсәй акцияһы үтә

Ленинград – 900 көнгә һуҙылған ҡамауҙы үткәрә алған ҙур ҡалаларҙың береһе. Блокадаға тиклем унда һәм ҡала ситендә 3 миллион самаһы кеше йәшәгән. Белгестәр әйтеүенсә, аслыҡтан, бомбаға тотоуҙан һәм артиллерия утынан 640 меңдән алып 1 миллион ярымға тиклем кеше һәләк булған.

Фото №1 - Бөгөн район һәм ҡалаларҙа “Блокада икмәге” Бөтә Рәсәй акцияһы үтә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ