Таһир Хисмәтуллин Ғафури районындағы “Аҡкүл” заказнигында эшләй. “Быйыл ҡар тәрән, сатлама һыуыҡтар ҙа булып тора. Хайуандарға ярҙам итәбеҙ. Браконьерҙар менән көрәшәбеҙ”, - ти хеҙмәткәр.
Республика тәбиғәт парктары һәм заказниктарындағы хайуандар өсөн 135 тоннаға яҡын аҙыҡ әҙерләнгән. Башҡортостан Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе урынбаҫары Юнир Исхаҡов һөйләй.
Республикала ҡырағай хайуандарҙы иҫәпкә алыу бара. Егерҙар һәм инспекторҙар кейектәрҙе һәм ҡоштарҙы һанай. Ҡышҡы йәниҫәп 15 мартҡа тиклем дауам итә.








