Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы конкурс иғлан итте. Благовещен, Дәүләкән һәм Күмертау ҡалалары янындағы көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын бөтөрөү менән шөғөлләнәсәк подрядсы һайлап алына. Контракт хаҡы 491 миллион һумға баһалана. Эштәр быйыл һәм киләһе йылда башҡарылырға тейеш. Һуңғы өс йылда республикала 2 мең 300-ҙән ашыу рөхсәтһеҙ сүплек юҡ ителгән.







