Март аҙағында Улан-Батор ҡалаһына халыҡ-ара бизнес-сәфәр ойошторола. - Республика Башлығы ҡушыуы буйынса Рәсәйгә дуҫ мөнәсәбәттә булған илдәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ. Монголия менән сауҙаны арттырыу мөмкинлеге бар, - тип белдерҙе Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Уҙған йылда Башҡортостан менән Монголия араһында сауҙа 71 процентҡа артҡан.




