Изге йола буйынса әҙибәнең тыуған көнөндә уның тыуған яғы Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында Зәйнәб Биишева исемендәге премия тапшырылды. Күгәрсен районы хакимиәте менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы берлегендә булдырылған әҙәби премияға быйыл ике кеше лайыҡ булды.
Быйылғы лауреаттар исемлегенә «Мораҙым» район гәзитенең яуаплы сәркәтибе Гөлназ Сәйетбатталова индерелде. Гөлназ Миңлеәхмәт ҡыҙы тиҫтә йылдан ашыу район гәзитендә уңышлы эшләй, уның мәҡәләләре халыҡ тормошо һәм булмышы менән тығыҙ бәйле. Сәркәтиб эшен башлаһа ла, журналист ҡәләм эшен ҡалдырмай.
Мораҡ беренсе мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Хәлитова ла мәртәбәле премия лауреаты. Алһыу Салауат ҡыҙы райондың үҙешмәкәр яҙыусыларын берләштергән «Оло Эйек буйында» әҙәби берекмәһен етәкләй. Яңы ҡәләм тибрәткән яҙыусылар ошо берекмә аша ижадын халыҡ күңеленә еткерә ала.
Бүләкләү тантанаһы ғәҙәттәгесә, Халыҡ яҙыусыһының йорт-музейы бинаһында үтте. Музей 1998 йылдан эшләй, бында әҙибәнең шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, аудио һәм видеояҙмалары һаҡлана. Мәҙәниәт учреждениеһы мөдире Зәбирә Миңлеғәле ҡыҙы һәр килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, музей эшмәкәрлеге менән таныштыра.
Әҙәби премия Халыҡ яҙыусыһының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә өлөш индергән, уның ижадының традицияларын дауам иттергән сәнғәт әҫәрҙәре, шулай уҡ халыҡтар дуҫлығы тойғоларын һынландырған әҫәрҙәр өсөн бирелә. Тантана һуңында шәхсе рухы иҫтәлегенә сәскәләр һалынды, яңы лауреаттар иҫтәлеккә фотоға төштө.
Лилиә Мәҡсүтова



