«Ленинград. Йәшәү юлы». Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград халҡы 872 көн дауамында фашист ҡамауы аҫтында ҡала. Улар 1941 йылдың 8 сентябрендә башланған ҡулсанан 1944 йылдың 27 ғинуарында ғына азат ителә. Теманың дауамы Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенән әҙерләнгән яҙмала.
125 грамм икмәк, метроном, буржуй мейестәре. Тарихи дата айҡанлы мәктәп уҡыусылары «Ленинград. Йәшәү юлы» документаль фильмы менән танышты. Бер сәғәт дауамында барған яҙмала Лениград ҡамауында ҡалған ололар үҙ хәтирәләре менән бүлешә. Ладога күле буйлап боҙ магистраль «Йәшәү юлы» исемен ала.Тап ошо юлдан Халыҡты эвакуациялау башлана, ҡалаға аҙыҡ-түлек килтерелә.
Һуңғы йылдарҙа ил тарихындағы мөһим даталар киң билдәләнә башланы. Тимәк, йәш быуын ата-бабаларының үткәненә күҙ һала, унан ғибәрәт ала. Мәктәп уҡыусыларын илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, уларҙы төрлө проекттарға йәлеп итеү - директорҙың Тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе иңендә. Был вазифа былтыр яңы уҡыу йылы башында индерелде.
«Ленинград. Йәшәү юлы» документаль фильмы менән танышыу ғына балаларҙа тәрән тойғо ҡалдырҙы. Был тарихи проект нигеҙендә - икмәккә хөрмәт, тыуған илгә һөйөү ята, ауыр һынауҙар аҫтында ла халыҡтың рухи ныҡлығы сағыла.
Әлфиә Хәмитова



