Ғәҙәттәгесә, баш ҡала халҡы туранан-тура башҡорт тауар етештереүселәренән ит һәм ит продукцияһы, йәшелсә, башҡа аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлегенә эйә.
Шәмбе сауҙа итеү Хәҡиҡәт урамының Таллин һәм Ухтомский урамдары арауығында, шулай уҡ Эшсе хәбәрселәр урамы менән Спорт майҙаны алдындағы майҙандарҙа ойошторола. Йәрминкәләр йәкшәмбе иртәнге сәғәт 9-ҙан 4-кә тиклем дауам итә.






