Республика Хәрби дан музейында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушаниә Бәҙретдинованың күргәҙмәһе асылды. Илһөйәрлек менән һуғарылған картиналарҙа хәрби образдар сағылыш тапҡан. Автор сәнғәт аша донъяла барған бөгөнгө ваҡиғаларға үҙ ҡарашын еткергән.
Талантлы яҡташыбыҙҙың экспозицияһы менән «Бәхет биләмәһе» Хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла танышты. Сара сиктәрендә Раушаниә Бәҙретдинова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәре, ҡатындарына һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.



