Хәйбулла районы Әбүбәкир ауылында педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Фәтих Сынбулатов иҫтәлегенә саңғы ярышы ойошторолдо. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә үткән спорт ярышы 7 йәштән 68 йәшкә тиклемге ҡатнашыусыларҙы берләштерҙе. Сарала ауыл мәктәбен үҫтереүгә тос өлөш индергән уҡытыусының тормош иптәше, туғандары, хеҙмәттәштәре ҡатнашты.
Фәтих Сынбулатов оҙаҡ йылдар урындағы мәктәпте етәкләп белем усағын үҫтерергә булышлыҡ иткән шәхестәрҙең береһе. Ул эшләгән йылдарҙа мәктәптә лицей класстары асыла, спорт йүнәлешендә күләмле саралар ойошторола. Ауылдаштары уның иҫтәлегенә даими шашка, шахмат, саңғы ярыштары үткәрә.



