«Бурсервис заводы» льготалы лизинг ярҙамында производство кимәлен арттырыуға өлгәшкән

Ҡара алтын быраулауға дәүләт ярҙамы. «Бурсервис заводы» льготалы лизинг ярҙамында былтыр ике токарь станогы алып, производство кимәлен арттырыуға өлгәшкән. Яҡын көндәрҙә тағы ла ике ҡоролма килеүе көтөлә. Нефть һәм газ сәнәғәте деталдәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Денис Батталов быраулау ҡоролмаларын эшләү менән 12 йыллап шөғөлләнә. Юғары уҡыу йорто дипломы алыу менән заводҡа эшкә урынлаша. Бөгөн ул предприятиела кәрәкле кадрҙарының береһе. 6-сы разрядлы наладчик ҡулы аша көн дә тиҫтәләп ҡоролма үтә.

Заводта етештерелгән ҡоролмалар башлыса нефть һәм газ сәнәғәте тармағында файҙаланыла. Өфөләге предприятие быраулау технологияһында кәрәкле тауарҙар сығарыу менән 2005 йылдан шөғөлләнә. Ошо ваҡыт эсендә илдең бик күп компаниялары менән хеҙмәттәшлек итеүгә килешеү төҙөлгән. Көнбайыш санкциялары күпселек предприятиеларға, шул иҫәптән «Бурсервис» заводына «йәшел ут» асып эште тағы ла камиллаштырыуға өлгәшкән. Былтыр мәҫәлән, льготалы лизинг ярҙамында ике токарь станогы алынған.

Яҡын арала тағы ла ике ҡоролманың килеүе көтөлә. Әлеге станоктар производство күләмен арттырыуға булышлыҡ итә. Ул ҡатмарлы 5 күсәрҙән торған деталде етештереүгә һәләтле. булыуы менән отошло.

«Башҡортостан төбәк лизинг» компанияһы тарафынан алынған ике яңы ҡоролма үҙен аҡланы тип әйтергә кәрәк. Эш күләмен 30 процентҡа тиклем арттырып башҡарыуға булышлыҡ итте. Көнбайыш санкциялары һөҙөмтәһендә беҙҙең тауарға һорау арттырыуға бәйле, беҙ заказ биреүселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ.

Сергей Буйлов, «Бурсервис заводы» генераль директоры

Ошоға бәйле, завод етәкселеге предприятие биләмәһен арттырыу маҡсатын ҡуя. Башланғыс та нигеҙ һалынған да инде. Төҙөлгән килешеүҙәр һөҙөмтәһендә яңы ҡоролмалар етештереүгә өҫтәмә цехтар барлыҡҡа киләсәк.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ