Мәке уйып балыҡты ҡотҡар. Ауырғазы районы халҡы бөгөн үҙенсәлекле экология акцияһына ҡушылды. Төбәктәге һыу ятҡылыҡтарында мәке уйыу буйынса өмәләр үтте. Талбазы ауылы үҙәгендәге Мүклекүлдәге акция барышын БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.
Талбазы ауылынан ут күршеләр Наил Шәрипов менән Илшат Йәғәфәров Мүклекүл буйында йорт һалған. Ауылда мал күп саҡта мәкене ҙур итеп, балта менән көн һайын уя торғайныҡ, тип хәтерләй уҙамандар. Шуға ла элек ҡышҡыһын күл өҫтө туңмаған. Әле уның өҫтөндә боҙ ҡатламы ярты метр самаһы.
Ҡышҡы осорҙа һыу аҫтындағы тереклеккә бер юлы ике хәүеф янай. Берҙән, кислород етешмәй, икенсенән күл төбөнән бүленеп сыҡҡан көкөртлө водород газы тарала алмай. Һөҙөмтәлә ул балыҡ һәм башҡа тере йән эйәләрен ағыулай. Шуға ҡышҡы осорҙа һыу ятҡылыҡтарында мәке уйып тороу мөһим.
Күлде тонсоғоуҙан ҡотҡарыу акцияһына ауыл халҡы, йәмәғәтселек вәкилдәре дәррәү ҡушылды. Мүклекүл буйында ғына урынлашҡан ветеринар станцияһы хеҙмәткәрҙәре лә уларға ярҙамға ашыҡты. Һыу ятҡылығы ауыл, күрке. Уның тирәһендә таҙалыҡты, һыуҙағы тереклектең йәшәйен тәьмин итеү урындағы халыҡтың мөҡҡәдәс бурысы,- ти ветеринарҙар.
Һыу ятҡылыҡтарында мәке уйыу акциялары Ауырғазыла тәүге тапҡыр ғына үткәрелмәй. Афған һуғышы һәм сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары советы ағзалары унда даими ҡатнаша. Йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәмил Аҫылов, мәке ауыҙын тиҙ арала туңмаһын өсөн, яҡшы ысул үҙләштергән. Бының өсөн ул, ҡаты ҡар киҫәктәре менән мәкене ҡаплап, ҡырмыҫҡа иләүе ҙурлығындай ҡар өйөмө өйә.
Акция барышында Мүклекүлгә табан балыҡ селбәрәләре ебәрелде. Тимәк, һыу ятҡылығындағы тереклектең киләсәге бар.
Ауырғазы ауылдарында иһә, тиҙҙән балыҡ үрсетеүсе һөнәре лә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был эште йәмәғәтселек вәкилдәре урындағы район хакимиәте менән берлектә башлаған. Улар үҙҙәре йәшәгән урындарҙа һыу ятҡылыҡтары өсөн яуаплы буласаҡ.
Рафиҡ Әхмәтшин






