Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында йәшәүселәр етем ҡалған яңғыҙ айыу балаһын ҡотҡарғандар

Хәлһеҙләнгән айыу балаһы йортҡа үҙе килгән. Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында йәшәүселәр инәһенән айырылып етем ҡалған яңғыҙ айыу балаһын ялан кәртәһендә күреп ҡала, балыҡ ауы менән ҡамап, хәүефһеҙ ергә урынлаштыра. Ҡырағай йәнлекте ҡотҡарыусылар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. Тайыштабандың яңы шарттарҙағы көнитмеше хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Тайыштабанды иң башта Ҡаранйылға ауылында йәшәгән Ришат Кинйәбаевтың катруф баҡсаһында күрәләр. Ут күршеһе Рим Суфияров айыу балаһын тотоп махсус вольерға бикләргә тәҡдим итә. Бер-нисә ир-ат урман ҡунағын балыҡ ауы ярҙамында ҡамауға алған. Башта хәлһеҙләнгән януарға ем биреп, һуңынан ошо вольерға урынлаштыралар. Ышыҡта аслыҡтан һәм һыуыҡтан йонсоған тайыштабандың хәле күҙгә күренеп яҡшыра башланы, ти йорт хужаһы.

Көтөлмәгән урман ҡунағы хаҡында ауыл кешеләре Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәбәр иткән. Ҡырағай януарҙар донъяһы буйынса әйҙәүсе белгес -эксперт айыу балаһының эҙҙәрен шәхсән үҙе өйрәнергә булды.

Айыу балаһының ауыл халҡына һәм малдарға зыяны юҡ. Ихаталағы бәләкәс көсөк тә, йорт хужаһының балалары ла тайыштабандың улар янында булыуына шат.

Йорт хужаһы һыуыҡтан дер ҡылтыраған айыуға һөт йылытып бирергә ҡарар итте. Бәләкәй йән эйәһенә тиҙерәк хәл керһен өсөн һөткә йүкә балы ҡушып махсус ҡатнашма ла әҙерләне.

Ҡатнашманан айыу балаһы баш тартманы. Боҫ борҡоп торған татлы һөттө туйғансы эсте.

Ҡаранйылға ауылы кешеләре фаразлауынса, айыу балаһы кеше малына тейгән инә айыуҙы атҡандан һуң иҫән ҡалған берҙән-бер балаһы. Етем ҡалған бәләкәй януарға әле йәш тә тулмаған, ти белгестәр. Ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау буйынса инстанциялар айыу балаһының артабанғы яҙмышын хәл иткәнсе януар Суфияновтар вольерында йәшәп торасаҡ.

Был йортта иҫән ҡалған урман януары мәрхәмәтле ҡулдарҙан ярҙам алды. Әммә йорт хужаһы йәше лә тулмаған айыу балаһы саманан тыш артыҡ ашатамаҫҡа иырыша, һаулығына зыян килмәһен өсөн.Ҡырағай йән эйәһе лә ҡышҡы һалҡындарҙа изге кешеләрҙең йылы ҡуйынына һыйына.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ