Аҙна-ун көн дауамында ҡала һәм район педагогтары оҫталыҡта көс һынашҡан. Төбәктең иң яҡшы уҡытыусылары менән хәбәрсебеҙ Рәмилә Исмәғилева таныштыра.
Благовещен ҡалаһының 6-сы мәктәбендә гармун моңо тынғаны юҡ. Музыка уҡытыусыһы Ольга Васильевнаның дәресен яратмаған бала юҡтыр, моғайын. 4-се мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте алып барған Наталья Акатьева ла йәш быуынды үҙ предметына ҡыҙыҡһындыра белә. 2-се мәктәптә Алена Исламғолова үткәргән физкультура дәрестәрен уҡыусылар ҡалдырырға тырышмай. 17 ғинуарҙа башланған педагогик ярышта уҡытыусылар асыҡ дәрестәр, методик оҫтахана, класс сәғәте, түңәрәк өҫтәл кеүек һынауҙар үткән.
Төбәктә педагогик ярыш 31-се тапҡыр уҙа. Ҡатнашыусылар араһында уҡытыусы династияһын дауам итеүселәр ҙә бар. Яңы ғына 90 йәшен тултырған РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы Аркадий Чуркиндың ҡыҙы ла быйыл конкурста үҙ көсөн һынай.
Уҡытыусы заман менән генә түгел, бәлки, бер аҙым алда барырға тейеш. Был һөнәр аҡса, дан, шөһрәт йә башҡа нәмә тураһында түгел. Ул тик һөнәргә, балаларға һөйөүгә бәйле. Сәхнәгә тап шундай үҙ һөнәренең оҫталары сыҡты. Ә еңеүсе исеменә Ольга Доронина лайыҡ булды.
Остаз музыканы - йыр дәресе генә түгел, тормош дәресе, баланың донъяға ҡарашын киңәйтеүсе предмет булараҡ алып бара. Тап шуғалыр ҙа еңеүсенең уҡыусылары музыка мәктәбен тамамлаған уҡыусыларҙан ҡалышмай. Уның вокал түңәрәктәренә йөрөгән тәрбиәләнеүселәре республика конкурстарында ла һынатмай.
Ольга Доронина бөгөндән тағы ла ҙурыраҡ һынауға әҙерләнә башлай. Уға Благовещен данын республика кимәлендә яҡлау бурысы тора.
Рәмилә Исмәғилева



