Өфөлә йәш ғалимдар әҙерләү буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды

Фәнгә һөйөү мәктәп партаһы артында тәрбиәләнәсәк. Өфөлә йәш ғалимдар әҙерләү буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ Рәсәй фәндәр академияһы, Өфө ғилми үҙәге һәм Башҡортостан мәктәптәре араһындағы хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Уға ярашлы республиканың биш белем усағы уҡыусыларҙы фәнгә йәлеп итеү буйынса эш алып барасаҡ.

Билдәле ғалимдар ошо мәғариф учреждениеларының уҡыусылары менән осрашыуҙар ойошторорға, ғилми эштәр өҫтөндә эшләргә ниәтләй. Ойоштороусылар фекеренсә, был фән өлкәһен яңы, йәш кадрҙар менән тулыландырырға, ғилми асыштарҙы арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ