Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында ҡанун проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, аттракциондарҙы файҙаланыу һәм техник торошон тикшереү өсөн төбәктәге дәүләт күҙәтеү органы яуаплы була. Законға бындай үҙгәреш хәүефһеҙлекте көсәйтеү маҡсатынан әҙерләнгән. Ҡанун парк миҙгеле башланғансы тулыһынса ҡабул ителергә тейеш.







